

Илкәнәйҙә дәртле халыҡ йәшәүе бер кемгә лә сер түгел, улар үҙҙәре лә йыл һайын өр-яңы спектаклдәр сәхнәләштереп кенә тора. Үҙэшмәкәр ауылдаштарының спектаклен ҡарап өйрәнгән халыҡ, был юлы ла мәҙәниәт йортона күпләп ағылды, тамашасы залы шыпа туды ла ҡуйҙы, хатта ултырғыстар ултыртырға тура килде. Етмәһә был ауыл ҡалаға яҡын урынлашҡан, унан да ҡайтыусылар булды, күрше-тирә ауылдарҙан да килеүселәр булды, был тиклем шәп сараны күрмәй ҡалыу мөмкин түгел. Тамашасы оҫта артистарҙы тәүге минуттарҙан уҡ күтәреп алды, дәртләндереп ҡул сапты, рәхәтләнеп көлөп бер булды. Тамаша аҙағында ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Вахитов сәхнәгә сығып, шул тиклем шәп ял бүләк иткәндәре өсөн тамашасылар исеменән рәхмәттәр еткереп, яҡташыбыҙ Миңниса Бакированы юбилейы менән тәбрикләп бүләктәрен тапшырҙы.
Көйөргәҙе хәлҡы дәртле икән, тип ҡанатланып иртәгәһенә стәрле ҡунаҡтары Яңы Таймаҫ ауылына юлланды.
Был гастролдәр хаҡында (Стәрлетамаҡ театры ҡайһы ауылда булған, барыһы тураһында ла) бөгөн гәзиттә яҙылды.