Мәҙәниәт
24 Сентябрь 2023, 04:54

Ысын казак

Беҙ килеп ингәндә ул гимнастеркаһын үтекләп тора ине.

Ысын казакЫсын казак
Ысын казак
Шәбағыш клубында. Кейем үтекләү - үҙе һөнәр, рәтен белергә кәрәк, юғиһә, баштан үткән: кеше араһына әҙәмсә кейенеп барам тип, нимәңделер үтекләйһең, бер стрелка урынына ике-өсәү килеп сыға, йә үтекләп бөттөм генә тигәндә, уңайһыҙ хәрәкәт яһайһың һәм бөттө - бөтөн тырышлығыңды ҡырып һалаһың, кейемең быҙау сәйнәгәндәй итеп, шырыша ла ҡуя. Был килештереп үтекләй. Гимнастеркаһының төҫө уңып бөткән, яуҙа йөрөп ҡайтҡан һалдат кейеме, әйтерһең. Пулянан ҡалған тишектәре генә етмәй. Бейеүсе, донъяла ошо эштән дә мөһимерәк шөғөл юҡ һымаҡ, тырышып-тырышып үтекләй кейемен, бар күңелен һала. (Ә был ваҡытта клуб эсендә Шәбағыштың яңы силсәүит башлығын һайлайҙар ине).
Булат Урманбәтов ошо гимнастеркаһы менән кисә Күмертау сәхнәһендә сығыш яһаны. "Казачий спас" регон-ара фестивалендә. Ҡарап тороуҙары күңелле, ысын казак! Аты ғына етмәй. Хәйер, уныһы ла бар, хужаһының бейеп бөткәнен тышта түҙемле генә көтөп тора - вилсәпит. 
Автор:
Читайте нас