Мәҙәниәт
7 Октябрь 2023, 04:48

Рәссам менән күрешеү

Кисә Абдул ауылы мәҙәниәт йортонда мәктәп уҡыусыларына талантлы яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр рәссам Насыров Рафаэль Зиннур улы менән осрашыу ойошторолдо.

Рәссам менән күрешеүРәссам менән күрешеү
Рәссам менән күрешеү

Сара бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыуы менән айырылып торҙо. Ауылдашыбыҙ үҙенең ижад юлы, күргәҙмәһе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Ижад емештәренең нисек эшләнеүе буйынса мастер-класс күрһәтте. Рафаэль Насир улы мәктәпкә бер нисә картинаһын, эш ҡорамалдарын бүләк итте. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар, мастер-класта әүҙем ҡатнаштылар. Шулай уҡ күргәҙмә ҡуйылған картиналарҙың һатып алыусылар ҙа булды. Камиллыҡтың, гүзәллектең юҡтыр сиктәре тип әйтәһе килә яҡташыбыҙ ижады хаҡында. Республика көнө алдынан ауылдаштарына, мәктәп уҡыусыларына ҙур бүләк эшләгән Рафаэль Зиннур улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Ғәзимә Аҙнабаева, Абдул ауылы. 

Автор:
Читайте нас