

Был юлы ла шулай булды. Яңы Таймаҫтағы йәкшәмбе көнө булған тамашала. Әммә артистар был хәлгә әллә ни зарланманы, концертҡа әҙерләнеп ығы-зығы килеүҙәре менән бергә, уларҙың һөйләшер һүҙе бөтмәне, күптән күрешмәгәндәр - барыһының да яҙмышы ошо ауыл менән тығыҙ бәйләнгән, кемдер ошонда тыуған, кемдер килен булып төшкән, икенсеһе Таймаҫта эшләп киткән.... Бөтәһе лә тиерлек, етмәһә, бер өлкәлә эшләгән кешеләр: мәҙәниәттә. Культура - бына нимә уларҙы берләштерә. Культура һәм Таймаҫ.