Все новости
Мәҙәниәт
2 Декабря 2023, 14:46

Нур сəсеүселəр

Хөрмәтле “Юшатыр” гәзитенең шәп, абруйлы, үткер һүҙле егеттәре һәм ҡыҙҙары!

Нур сəсеүселəр
Нур сəсеүселəр

25 ноябрҙең кисендә Яңы Мораптал мәҙәниәт һарайында бик тә, Әсәйҙәр көнөнә ҡарата, шәп, фәһемле, тулҡынландырғыс тамаша үтте. Бында бөтә төр тармаҡта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусылар, табиптар, колхозда оҙаҡ йылдар эшләгән һауынсылар, сөгөлдөрсөләр һ.б. һәм улдарын илебеҙҙе һаҡларға махсус хәрби операцияға оҙатҡан әсәләр саҡырылғайны.
Мәҙәниәт йорто шул тиклем матур биҙәлгән. Стеналарында ҙур плакат-картина-фотолар... Уларҙа халыҡтың бөтә көн-күреше сағылдырылған: йәшәйеше, хеҙмәте, ялы, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуҙары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һуғыштан ҡайтҡан һәм яу яландарында ятып ҡалған бик күп егеттәребеҙҙең фотолары ҡуйылған.
Клубтың эсенә керһәң, шул тиклем зауыҡлы итеп биҙәлгән. Иҫ киткес һоҡланғыс! Был эште ойоштороусы, ул минең уҡыусым Венер Хәмитов. 

Фирҙәүес ҒИСМӘТУЛЛИНА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Яңы Мораптал ауылы

Фирҙәүес апайҙың хаты тулы вариантта гәзиттә кисә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: