Мәҙәниәт
20 Декабрь 2023, 05:01

Йылы матурлыҡ

Матурлыҡтың да төрлөһө була икән.

Йылы матурлыҡЙылы матурлыҡ
Йылы матурлыҡ

Урамдамы-ҡайҙа, мәҫәлән, кемдер осрай, сибәрлегенә иҫең китерлек, торған урыныңда уҡ йығыл да ят, әммә үҙенә ылыҡтырмай, киреһенсә, ситкә этә. Һалҡынлығы йәнде өшөтә.

Артистар, билдәле шәхестәр менән дә шулай. Ҡарап тораһың, төштәреңә инеп һаташтырыр ныҡ матур артист, тик.... Күҙҙәренә бағыу менән ытырғанып китәһең - матурлығы үҙенә тартмай, әллә ҡалай һалҡын матурлыҡ.
Лилиә Биктимирова менән Фәдис Ғәниев. Шул тиклем матур кешеләр, алсаҡ та, ихлас та, ябай ҙа. Уларҙы яҡындан белмәһәң дә, күрәһең, һиҙәһең, матурлыҡтары тәбиғи, йылы. Улар янына аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре алып китә, эргәләрендә саҡ ҡына торһаң да, йәнеңә етмәгән йылы һиңә лә ҡағылыр һымаҡ. Кисә лә Яҡшымбәт ауылында шулай булған. Концерттарын ҡарап, ауыл халҡы күңеленә дауа алған, аҙаҡ, йәше-ҡарты артистарҙың эргәләренән китә алмай бер булған. Лилиә менән Фәдистең йылыһы үҙенә тартҡан.

Автор:
Читайте нас