Ә бишенсе ғинуарҙа булған саралары ошо драматургтың үткән быуат башында уҡ яҙылған, Башҡортостандың да, Татарстандың да сәхнәһенән әле булһа төшмәгән әҫәре исеме менән аталған "Йәш йөрәктәр".
Сара бик шәп булды тип яҙа беҙгә әле шунда ҡатнашҡан бер йырсы ҡыҙ. Бейенек тә, йырланыҡ та, ойоштороусы Венер абзыйға рәхмәт, ти.
Зал туп-тулы булды, ти. Быныһына аптырарға түгел, кем үҙен йәш тип һанай, шулар барыһы ла килгән. Ә морапталдар, үҙҙәренә нисә йәш булһа ла, мин һаман йәш тип йәшәгән дәртле халыҡ.