Ошо мөғжизәле байрамда халыҡҡа бик күңелле, бай йөкмәткеле сара бүләк иткән мәҙәниәт йортобоҙ етәксеһе Әлфиә Йсоповаға һәм художество етәксеһе Айгөл Гурьяноваға ҙур рәхмәт. Бер менмәгән кешеләрҙе лә сәхнәгә сығарғандар. Ул артистар хатта матур итеп сығыш яһанылар, мәңге сәхнәлә йөрөгән кеүек тотто үҙҙәрен. Уларға ла оҫта сығыштары өсөн ҙур рәхмәт. Бейеүсе ҡыҙҙарыбыҙҙы күрһәгеҙ иҫегеҙ китер ине. Шул тиклем матур бейенеләр. Уларға Татьяна Исҡужина өйрәтте бейеүҙәрҙе. Таймаҫ ауылында йәшәгән бейеүсе апайҙары көн дә үҙ машинаһында, ваҡытын йәлләмәй килеп ҡыҙҙарыбыҙға биш бейеү өйрәтте. Татьяна Павловнаның балалар өсөн биргән хеҙмәтенә оло рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ. Бейеүселәребеҙҙең ата-әсәһе лә балалары сығышына һоҡланып ҡарап ултырҙылар. Яңы йылда һәр кем мөғжизә көтә, беҙҙә лә байрамда ҡатнашҡандарҙың барыһына ла бүләктәр таратылды. Был мөғжизәне һәр ваҡыттағыса тормошҡа ашырыусыбыҙ Әнүәр Усмановҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ ярҙам күрһәтеүсе Зәк-Ишмәт ауыл биләмәһенә, шәхси магазин хужаһы Айгөл Йосоповаға рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Рәмилә ӘКБӘРОВА, Зәк-Ишмәт ауылы
Хат тулы вариантта гәзиттә бирелде.