Тырыша торғас, тормошҡа ашты. Татарстанда ТНВ каналынан, Башҡортостанда БСТ каналынан ошондай проекттарҙы ҡарап, күҙем ҡыҙа торғайны. Нишләп беҙҙә булмаҫҡа тейеш тип, ошо уйымды ныҡлап тормошҡа ашырырға тотондом. Мәҙәниәт йортобоҙҙа бының өсөн студия ла эшләп ҡуйҙыҡ, кәрәк-яраҡ һауыт-һаба алдыҡ, газ плитәһе лә бар. Әле ундан артыҡ тапшырыу төшөрҙөк. Проектта ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнаша, Стәрлетамаҡтан дуҫым, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы Руслан Сөләймәнов та килеп тәмле ризыҡтары менән ҡыуандырып китте. Тырышһаң, бар нәмәне лә эшләп була. Тапшырыуҙы монтажлағанда араһына реклама, төрлө иғландар ҡуябыҙ, мәҫәлән, шул көндө беҙгә шул артист килә тип, концертҡа саҡырабыҙ...
"Тәмлекәй" хаҡында тәмле материал тулы вариантта гәзиттә баҫылды.