Все новости
Мәҙәниәт
20 Февраля , 08:57

“Бурандарҙы йыртып”

Иң тәүҙә Молоканға барҙыҡ. 

“Бурандарҙы йыртып”
“Бурандарҙы йыртып”

Ул бәләкәй ауыл бит, төрлө халыҡ йәшәй, башҡорттар әҙ, кеше булмаҫ ул, ниңә унда барабыҙ, тип аптыраны. Мин уларға, Молокан ауылына, күршеләребеҙгә, рәхмәт йөҙөнән барабыҙ, сөнки юлда ниндәй генә хәлдәр булмай, электән беҙ молокандарға инеп йылынып, сәй эсеп сыға инек, улар шул тиклем ихластар, ярҙамсылдар, тип яуапланым. Шунан коллективтағылар ҙа ихласлап шул мәлдәрен иҫтәренә төшөрөп, минең менән ризалаштылар. Ауырыуҙар һәм башҡалар менән халыҡты өркөтөп бөттөк, хәҙер халыҡ клубҡа бик йөрөмәй шул, шуға күрә, кеше күп булды, тип әйтеп булмай, Молокан менән Ҡунаҡбайҙан 30-ға яҡын халыҡ йыйылды. Килгәндәре шул тиклем ихласлап ҡараны тамашаны, һуңынан килеп, һеҙ беҙҙең тоноҡ көндәребеҙҙе сағыулап, йәмләндереп киттегеҙ, тип рәхмәттәр яуҙырҙылар. Мәҙәниәт йортонда эшләүселәргә рәхмәт, беҙҙе өҫтәлдәр әҙерләп, сәй табындары менән көтөп торғандар. Мәҙәниәт йорттары ла йәмле, яҡты, ыҡсым ғына, уларға рәхмәттәр әйтеп, ошо усағығыҙҙы һҙндермәгеҙ, йөрөгөҙ, аралашып йәшәгеҙ, тип, күңелебеҙ булып ҡайттыҡ.
Артабан уйлаша торғас, коллектив ҙур, бәләкәй сәхнәгә һыймайбыҙ, ҙурыраҡ сәхнәле мәҙәниәт йорто кәрәк тип уйлашып, Шәбағыш ауылына барырға булдыҡ...

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: