Тамашасылар һәм жюри ағзалары «Онотмайыҡ гармун моңон» көслө алҡыштар менән ҡаршыланы.
Ырымбур өлкәһенең 90 йыллығы айҡанлы Мәҙәниәт йорто етәксеһе Вәсилә Маҙһар ҡыҙы Мөхәмәтшина тамашасыларҙы тыуған яғыбыҙҙың күп милләтле булыуы, милләттәр үҙ -ара дуҫ, татыу, берҙәм йәшәүе хаҡында бәйән итте. 126 милләтле өлкә халҡы араһында башҡорттар ҙа бар, һәр милләттең мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәте һаҡлана. Иң ҙур байлығы - халыҡтар дуҫлығы менән ғорурланабыҙ. Мәҙәниәт йортоноң «Йәшлек» йыр ансамбле йырсылары төрлө һөнәр эйәләре. Ауыл мәктәбенең
«Ляйсан» бейеү ансамбле башҡарған «Беләҙегем», «Ете ҡыҙ» бейеүҙәре тамашасы күңеленә хуш килде. Ансамбль етәксеһе биология уҡытыусыһы Гөләйшә Әсҡәт ҡыҙы Әлибаева бейеүселәренән ҡәнәғәт. Вәсилә Маҙһар ҡыҙы етәкләгән «Нур» вокал ансамбле ҡыҙҙарының «Шәл бәйләнем»е өлкәбеҙҙең 90 йыллығына арналды, сөнки беҙҙең Ырымбур шәленең даны киң таралған. Мәҙәниәт йорто солистары Фәһимә Әбдрәшитова, Фүриә Аскарова, Сәлимә Хәмитованың йырҙарын халыҡ яратып тыңланы.
Мәктәп уҡыусыһы Алһыу Төркмәнова «Ерҙән һалдат атлай» йырын ауылыбыҙ һалдаттарына арнаны. Тамаша фәһемле, матур булды. Йыр керһен күңелдәргә, йыр йәшәтә, йыр йәшәртә, өмөттәрҙе өҙмәй. Бөгөн яу ҡырындағы һалдаттарыбыҙ имен-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар. Вәсилә Мөхәмәтшина һәм һәүәҫкәр әртистәргә рәхмәтлебеҙ.
Сания Кузбаева. Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы