Все новости
Мәҙәниәт
28 Февраля , 14:28

Ҡулдарынан моң тама

Беҙҙең егеттәрҙән дә талантлы кешеләр юҡтыр ул донъяла.

Ҡулдарынан моң тама
Ҡулдарынан моң тама
Бигерәк тә, сәнғәт тураһында һүҙ йөрөтһәк. Йәүҙәт менән Йәмил абзыйҙарҙы бөтәһе лә белә, ҡулдарынан моң тама. Уларҙың былтыр уҡ бергә ижад иткән йырҙарын йырсы Харис Шәрипов "Был бик шәп йыр ҙа баһа, шлягер"  тип, үҙе йырлай башлаған. Әйткәндәй, Харис абзый Й. Усмановтың йырҙарын күп йырлай, Руша апай һүҙҙәренә яҙылғандары ла бар. 
"Йәшлек эҙҙәрем" тип атала был йыр. Ысынлап та, йәшлектәрендә бик яҡты эҙ ҡалдырған егеттәр былар, артабанғы юлдарында һалынған эҙҙәр ҙә, иманыбыҙ камил, ҡараңғы булмаҫ. 
ЙӘШЛЕК ЭҘҘӘРЕМ

Йәүҙәт Усманов көйө
Йәмил Рафиҡов һүҙҙәре

Кисәгеләй кеүек күҙ алдымда
Һыу буйында янған (яҡҡан) усаҡтар.
Ҡайҙа ҡалды икән яңғыратып йырлап,
Гармун уйнап йөрөгән шул саҡтар?

Һис онотмам йәшлек туғайының
Һыҙылып ятҡан йәшлек һуҡмағын.
Оҙон йәйге кистә аҫма-баҫма аша
Ҡыҙҙар оҙатып йөрөгән саҡтарым.

Әле лә булһа ҡабат иҫкә алып,
Сығып йөрөйөм йәшлек үҙәнгә.
Усаҡ һүнгән инде, аҫма-баҫма ла юҡ
Бары талдар ғына бик үҫкән.
Автор:
Читайте нас: