Все новости
Мәҙәниәт
2 Марта , 13:06

Быуындар бәйләнеше

Кисә эй шәп концерт ҡараныҡ.

Быуындар бәйләнеше
Быуындар бәйләнеше
Район мәҙәниәт йортоноң “Мираҫ” халыҡ ҡурайсылар ансамбле( етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Туйгильдин) етәкселегендә иҫ киткес был сарала халыҡ көйҙәре, халыҡ моңдарынан ғына торған тамаша бер тамашасыны ла битараф итмәгәндер. Был тамашала бер мөһим мәлде билдәләп үткем килә- быуындар бәйләнеше ихтирамға лайыҡ. Оло быуын ҡурайсылары менән бер рәттән йәш ҡурайсыларыбыҙ беҙҙе илһамландырҙы. Яҡут ауылы йәш ҡурайсыларын ошо ауылда мәҙәни утты дөрләп яндырыусы, күңел биреп, гөрләтеп эшләүселәр Рәүеф һәм Рәмзиә Әбйәлиловтар ойоштороп алып килгәйнеләр, афариндар һеҙ, Әбйәлиловтар! Ошондай ҙа халыҡ көйҙәрен, моңдарын данлаусы концерта МОҢ БАТШАҺЫ Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ ғорурлығы булған ир- уҙаманы Вахитов Ришат Рәҡип улының килеүе, сәхнә яңғыратып уникаль тауышы менән халыҡ йыры “Зөбәйҙә”не башҡарыуы был тамашаның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы. Тын да алмай йотлоғоп тыңланыҡ һәм әлбиттә алҡыштарға күмдек. Рәхмәт һеҙгә, Ришат Ракип улы! Мелизм, тиҙәрме әле ул, нисек тә тәрән моңо менән арбаған, район концерттарында беҙҙе матур оҙон көйҙәре менән ҡыуандырған Раушания Сынбулатованы ла тыңлауы оло кинәнес булды. Районыбыҙ сәхнәһендә ярты ғүмерҙәре уҙа, һәр концертта уларҙың өлөштәре баһалап бөткөһөҙ, тип уйлайым, бына улар- баянсы Фаил Кәримов, ҡурайсы Дим Асаинов. Кисәге концертта ла йөҙөк ҡашы булып, баштан аҙаҡҡаса беҙҙе моң донъяһында тирбәлдерҙегеҙ, афариндар! Бөтә яҡтан талантлы виртуоз баянсы Айҙар Хөснөтдиновтан башҡа бындай сараларҙың булыуы мөмкин дә түгел! Кәрәк икән, баянын ситкә ҡуйып, ҡурайҙа ла һыҙҙыра ул. Сәхнә кешеһе нәҡ ошо егеттәр кеүек булырға тейештер ул. Был осраҡта сәхнә кешеләренең оҫта булыуы тәбиғи, бында бит район администрацияһында эшләүсе Тимур Насибулла улы Иҙрисов та ҡурайы менән сәхнәгә менгән- бына ошоноһо бит ғорурлыҡ! Афариндан башҡа һүҙ ҙә табып булмай!
Ир- уҙамандар сығып, ҡурайҙы ҡулға алып, сәхнә яңғыратып, халыҡ көйҙәрен һуҙа, унан һуң еңел бейеү көйҙәренә күсә...һәм шул саҡ, баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп, Булат ағай бейергә төшә. Бына шулай, ике сәғәткә яҡын гөр иттерҙе улар сәхнәне. Тамашаны ҡарай килгән Азамат Туйгильдиндың ижадташ дуҫтары ла афарин- улар бит ошо һөҙөмтә артында күпме хеҙмәт, күпме көс түгелгәнен яҡшы аңлай. Беҙгә, тамашасыларға, был эштең һөттән айыртылған ҡаймағы ғына күренә. Йәмил Рафиков тураһында был һүҙем- терәк булып, залда тамашасы булып күҙәтеп, ҡул сабып, аҙаҡ профессиональ күҙлектән баһаңды биреп, ижадташтарыңды ҡанатландырып ултырҙың, маладис! Әйткәндәй, тамашасы араһында рәхәтләнеп ихлас ҡул сапҡан ир- егеткә иғтибар итеп ҡуйҙым. Баҡһаң, ошо "Мираҫ» ҡурайсылар ансамбле ағзаһы Линар Аҙнабаевтың атаһы Илдар Аҙнабаев икән ул! Ҡурайсы егеттәрҙе рухландырып, ҡанатландырып, көслө алҡыштары менән һәр бер сығышты хуплап ултырҙы атай кеше. Концертты йәнле итеп алып барған һүҙ оҫтаһы, билдәле яҡташыбыҙ Рәкит Ғәлиев та, элек коллега булараҡ, мәҙәниәт тормошон тәрән аңлаған кеше булараҡ, был концертта ҙур терәк булды. Район мәҙәниәт һарайында эшләүсе Динис Арыҫланов башҡорт халыҡ йырҙары «Ҡаһым түрә” менән “Уйыл”ды башҡарыуы күңелдәргә хуш килде, районыбыҙҙың талантлы бейеүсеһе Венер Хәмитов дәртле бейеүҙәре менән концерттың бәҫен күтәрҙе, егеттәрҙең таланты беҙҙе һоҡландырҙы, рухландырҙы. Был сараға Яҡшымбәт мәҙәниәт йортоноң ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Рәсим Бикмаев та «Ҡолонсаҡ”тары менән килгән. Яңыраҡ ҡына ойошторған был ансамбль ағзалары, күренеп тора, бик ихлас шөғөлләнәләр, иманым камил, был талантлы етәксе егет менән ҡурайсылар сылбыры дауам ителәсәк әле! Шуныһы йәл, элек ошо сәхнәлә концерттарҙы алып барыусы һүҙ оҫтаһы, ғәжәп матур моңло тауышлы Фидан Булатов атлы егетебеҙ был концертта ҡунаҡ булып ҡына ҡатнашып, йыр күстәнәстәрен ауыҙ иттерҙе. Әлеге ваҡытта икенсе эш урынына күсеп эшләп йөрөүенә ҡарамаҫтан, тыуған коллективын онотмай, яратҡан тамашасыларына тоғро булып, был концертта ла беҙҙе дәртле йырҙары менән ҡыуандырҙы. Афарин, егеттәр! Тағы бер мәлгә туҡталаһым килә- концерт барышында СВО ла хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ Венер Ниғмәтуллин, күңел талабы ҡушыуы буйынсалыр инде, сәхнәгә менеп, йырын башҡарҙы, рәхмәт уға. Илдәр тыныс булһын, тип теләк теләп ултырҙыҡ. Яҙҙың тәүге көнөндә ҡуйылған был концертты ҙурлап килгән тамашасыларыбыҙ ижадҡа, ижад кешеһенә хөрмәт күрһәтеп кенә ҡалманы, бөйөк ҡурайыбыҙға ихтирамын, иғтибарын белдерҙе. Һүҙемдең аҙағында бер мәлгә туҡталырға кәрәктер, тип уйлайым- был сараға районыбыҙҙы бик күп йылдар етәкләгән, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған хөрмәтле Әхәт Йәүҙәт улы тормош юлдашы Минзиә апай менән килгән, улар менән бер рәттән мәҙәниәт тормошон тәрән белгән, район, ҡала мәҙәниәт тормошонда яҡты эҙ ҡалдырған Фәнир Садретдин улы менән Тамара апай Малбаевтарҙың, башҡорт рухлы ир- уҙаманы Сәмәрхән Атаулла улы Юлтаевтың, район башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Юлай Юныс улының ошо сарала булыуы, Күмертау ҡала ағинәйҙәренең етәксеһе Рәйсә апайҙың килеп етеүе сәнғәткә иғтибар менән бер рәттән бөгөнгө йәшәйешебеҙгә битараф булмауҙы күрһәтте, тормоштағы бөтә ыңғай мәлдәрҙе беҙ бергәләп кенә булдыра алабыҙ. Берҙәмлектә, бергәлектә алға тәгәрәй был тормош. Барыбыҙ ҙа имен- һау булайыҡ, ҡәҙерле яҡташтар!
Тамашасылар исеменән, Закира Туйсина, Ермолаево 1-се мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы 
Автор:
Читайте нас: