Все новости
Мәҙәниәт
2 Марта , 08:06

Моңло яҙ кисе

Кисә Ермолаевола шәп концерт булды.

Моңло яҙ кисе
Моңло яҙ кисе
Йөрәк менән йылытылған моң (Мелодия, согретая сердцем) тип яҡынса тәржемә итеп була ине был тамашаны. Мираҫ ҡурайсылар ансамбленең отчет концерты ине ул. Был турала алдан уҡ иҫкәрттеләр, саҡырҙылар, әммә халыҡ аҙ булды. Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Фәнир Малбаев, икеһе лә хәләл ефеттәре менән, йәнә лә бер нисә кеше һәм бөттө. 150 һум ине билет хаҡы, әллә ошоноһо ҡамасауланы, әллә моңға булған һөйөүебеҙ бүҫкәрә бара.
Ҡалай булһа ла, тамаша шәп булды. Яҡшымбәт, Яҡут ҡурайсылары ла килгәйне, ҡурай моңдарына йәм өҫтәп, Раушания Сынбулатова, Фидан Булатов (маладис, эштән китһә лә, культуранан китмәй), Ришат Вахитов, Денис Арыҫланов йырланы, Булат Урманбәтов менән Венер Хәмитов бейене. 
Тәүге яҙ кисенең матур бер мәле булып иҫтә ҡалыр был концерт. Бөтәһенең дә түгел, килгән тамашасының ғына.
Автор:
Читайте нас: