Все новости
Мәҙәниәт
21 Марта , 14:25

Егеттәребеҙ шәп

Концертты ойошторорға ярҙам иткән һәр береһенә рәхмәттәремде еткергем килә. 

Егеттәребеҙ шәп
Егеттәребеҙ шәп

Мәҙәниәт йортонда эшләүселәргә рәхмәт, мәктәп уҡыусылары Татьяна Исҡужина етәкселегендә беҙҙең һәр байрамды биҙәй, уларға рәхмәт. Бигерәк тә Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө булғас, залда ултырған гүзәл заттар, ир-аттарҙың сығышын көслө алҡыштар менән ҡаршы алдылар. Гүзәл заттарыбыҙҙы ҡыуандырып, уларҙы байрамда иғтибарҙарынан айырмай, концертыбыҙҙы моңло тауыштары менән, баян моңдары менән йәмләгән шәп егеттәребеҙгә рәхмәт. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан һәр концертыбыҙҙа әүҙем ҡатнашҡан Ғазинур ағай Үтәгәновҡа рәхмәт, шулай уҡ моңло тауышлы Руслан Әхмәтовҡа, Айҙар Ишмөхәмәтовҡа ҙур рәхмәт.
Тик шуныһы күңелде ҡыра, бушлай үткәрелгән концерттарға ла халыҡ күпләп йыйылмай. 

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: