Все новости
Мәҙәниәт
27 Марта , 14:50

Пушкин театры - ауыл мәктәбендә

...Бөгөнгө һүҙем ошо Пушкин театры тураһында. 

Пушкин театры -  ауыл мәктәбендә
Пушкин театры - ауыл мәктәбендә

...Театрҙың үҫеш тарихына иғтибар итһәк, төрлө йылдарҙа уның постановкалары менән республикабыҙҙың, район һәм ҡаланың методик кабинеттары мөдирҙәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылар, республиканың яҙыусылары һәм китап һөйөүселәре, Белоруссия ҡунаҡтары һәм музейҙың башҡа күп һанлы ҡунаҡтары һоҡланды.
Йәш таланттарҙың сығыштары оло баһа һәм изге теләктәр алды. Был уңыштар артында педагог-ойоштороусының таланты һәм тырыш хеҙмәте, режиссерҙың илһамланып эшләүе тора. Театрҙың тыуыуынан алып нисә постановка әҙерләнгәндер ҙә, нисә быуын уҡыусылары уның аша үткәндер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аныҡ статистик мәғлүмәттәр юҡ (яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса уларҙың һаны 500-гә яҡын), әммә йыл һайын 19 октябрҙә лицей көнөнә, 10 февралдә хәтер көнөнә, 6 июндә шағирҙың тыуған көнөнә арналған байрам программаларында яңы традицион постановкалар ҡуйылып тора.
Музей үҙ алдына, үҙэшмәкәр, йәш артистарҙан торған театрҙа ҡатнашыусылар араһынан - профессиональ актерҙар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләү, үҫтереү маҡсатын ҡуймай, был һәр кешенең үҙ ҡарамағында. Балаларҙа юғары сәнғәткә һөйөү уятыу, уларҙың һәр береһенең тормошта үҙ урынын табыуы, ысынбарлыҡтың хәҙерге шарттарына яраҡлаша белеүҙәре, интеллекттың үҫешеүе, коллективта үҙ-үҙен ышаныслы тотоуға өйрәтеү, һүҙлек запастарын театр ғилеме терминологияһы менән байытыу, үҙ Ватанының илһөйәр гражданинын үҫтереү - театрҙың төп маҡсаты.
Рафиҡ ӘМИНОВ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: