Все новости
Мәҙәниәт
3 Апреля , 09:57

Һау бул, Яулыҡ. Һаумы, Таҫтамал!

Яулыҡ - Тыныслыҡ символы тигән ҙур ғына сара районда бер нисә тапҡыр булғайны.

Һау бул, Яулыҡ. Һаумы, Таҫтамал!
Һау бул, Яулыҡ. Һаумы, Таҫтамал!
Киң ҡолас менән үткәрелә ине ул, был фестивалгә ҡунаҡтар ҡайҙан ғына килмәне лә нимә генә күрһәтмәне. Байрамдың төп хужаһы яулыҡ ине. Ошо баш кейеменә бәйләп башҡарылды барыһы ла. 
Һыуҙар аға, заманалар үҙгәрә, кемдер китә, кемдер килә - Яулыҡты хәҙер Таҫтамал алмаштырҙы. Әле 20 апрелгә тиклем флешмоб барасаҡ, элек яулыҡ ябынып фотоларға төшһәк, хәҙер таҫтамал тотоп төшәбеҙ. Унан ары смартмоб тигән өлөшө була (был һүҙ нимә аңлаталыр, белмәйбеҙ, ҡара аҡыл менән шулай аңланыҡ: видеояҙмалар конкурсы ахры).
Иң тәмле мәле 18 майҙа буласаҡ - Гала-концерт.  
...Һыуҙар ағыр, донъялар ҙа үҙгәрер. Был таҫтамалдарҙы артабан нимәгә алмаштырырбыҙ икән? 
Автор:
Читайте нас: