Все новости
Мәҙәниәт
11 Апреля , 13:33

Не грусти, Мармеладка

Мәләүез - алыҫ ара ер түгел.

Не грусти, Мармеладка
Не грусти, Мармеладка
Һә тигәнсе бараһың да етәһең. Бигерәк тә, яратҡан артисыңдың концерты унда булһа! 
Бигерәк тә был артист Илсөйә Бәҙретдинова булһа! Ике көн буйына Мәләүез юлын тапаныҡ (был ҡалалағы юлдар ҙә хәтәр икән). Күмертау менән Көйөргәҙе ярты залды тултыра яҙҙы. 
Илсөйә (эх, бигерәк сибәр ҡатын) һәр саҡтағыса тамашасы менән дә аралашты. Бер ир үтә бойоҡ ултырғандай тойолдо йырсыға, ни булды тип, хәлен белеште, бәлки, ҡатының көсләп алып килгәндер концертҡа? 
Юҡ, әлбиттә, үҙе теләп килде, профессияһы шулайыраҡ тип аңлаттылар, артыҡ көлөргә ярамай. Илсөйә ирҙең күңелен барыбер күтәрҙе - не густи, Мармеладка.
"Мармеладка" йылмайҙы. Кем-кем Илсөйә уны кәнфиткә тиңләне, бындай маҡтауҙы хатта үҙенең ҡатынынан да ишеткәне юҡ. Моңһоу ир ҡайтып еткәнсе йылмайып ҡайтты, хатта йоҡлағанда ла йылмая ине. Әллә төшөндә Илсөйәне күрҙе? 
Автор:
Читайте нас: