Все новости
Мәҙәниәт
19 Апреля , 16:02

Милләт көсө

Республиканың Милли музейында бөгөн бик шәп күргәҙмә эшләй башланы. 

Милләт көсө
Милләт көсө

"Милләт көсө" тип атала ул. Людмила Камневаның шәхси фотокүргәҙмәһе. Әле был матур сарала булған яҡташтар  үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Фотоһүрәттәрҙе ҡарап, һоҡланып китеп барһаҡ, бик тә таныш йөҙҙәрҙе осратып, шатлығыбыҙ икеләтә артты, тип яҙалар. Беҙ ҙә ҡыуанып ултырабыҙ, тәжрибәле фоторәссам фотоаппаратына теләһә кемде төшөрмәҫ, Зөһрә апай менән ейәнсәре Аделинаны төшөргән икән, тимәк, уларҙы, ысынлап та, милләт көсө тип әйтергә була. 

Эх, күреп булманы тип уфтанмағыҙ, күргәҙмә тағы ла бер ай эшләйсәк, Өфөлә булһағыҙ, мотлаҡ килегеҙ. Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14.

Автор:
Читайте нас: