Әллә дөрөҫ быныһы, әллә юҡ. Ғөмүмән, ир ҡулы нимә бешерһә лә тәмле була тиҙәр. Былай тигәндәренә лә ышанырға була. Ә бына ир, өҫтәүенә артист кеше бешерһә, былау әҙерләһә, нисегерәк була икән?
Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто ашханаһында, Венер Хәмитовтың ""Тәмлекәй" проектына бер түгел, ике артист егет килгән. Рәсил Сынбулатов һәм Фәнил Ҡарасурин. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының иң шәп актерҙары. Былар сәхнәлә генә шәптәр тиһәк (тамашалары менән яңыраҡ ҡына килеп киттеләр), аш-һыуҙа ла ныҡ оҫта икән егеттәр. Былау бешергәндәр. Былау бешереү - үҙе оло һөнәр, ҡай саҡ бешергәнең былау түгел, ит ҡушылған дөгө бутҡаһы килә лә сыға. Артистар был эштең рәтен белеп, барыһын еренә еткереп бешергән.
- Йә, үзбәктекенән шәберәкме?
- Шәп булмай, үзбәк, тажик, төркмән, әзербайжан, ҡырғыҙ... бөтәһенекенән дә шәберәк. Кстати, һеҙ бешергәне ниндәй былау булды әле ул, үзбәкский?
- Әртистский!