Ул тәүҙә “Юшатыр” исемен йөрөтһә, һуңынан “Ынйылар” тип үҙгәртелде. Бында ауылыбыҙҙың йыр-моңға әүәҫ, дәртле, асыҡ күңелле, халҡыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмаған апай-ағайҙар йөрөй. Ансамблдең составы алышып торһа ла, иң төп состав үҙгәрмәй ҡалып килә. Юбилей уңайынан коллективтың “Ҡунаҡ тирмәһе” исемле өр-яңы программа менән сығышы тамашасыға бик хуш килде.
Байрам уңайынан ҡотлап килгән ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Улар, бик күп йылдар бергә эшләгән коллегабыҙ Башкортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәсимә Иршат ҡыҙы Шәмсетдинова, Мораптал ауыл биләмәһе эштәр идарасыһы Хисикова Венера Фәрит ҡыҙы бар ҡатнашыусыларға Мораптал ауыл хакимиәте башлығынан Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ матур бүләктәре менән беҙҙе һөйөндөргән сарабыҙҙың спонсоры, Мәрүәр Әхтәм ҡыҙы Сәғәҙиеваға оло ихтирам менән рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ, эшегеҙҙә тик уңыштар теләйбеҙ.
Рәмзиә ӘБЙӘЛИЛОВА, Яҡут ауылы
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.