Үткән ялдарҙың матур бер кисендә таймаҫтар тауға күтәрелгән. Бейергә, йырларға. Былтыр ошо уҡ урында матур концерт-дискотека ойошторғайнылар, ныҡ оҡшап ҡалған, быйыл да үткәрәйек тейешкән Таймаҫ халҡы, исеме лә шәп - "Яҙғы моңдар". Дәрт бар, дарман етерлек, артығы кәрәкмәй - тау башында яңы ғына үҫеп килгән йәш үләнле урынды таҡырлап, таң ата яҙғансыға тиклем бейегәндәр, йырлағандар. Илкәнәйҙәр ҙә килгән булған, ауыл башлығы иң алдан үҙе китеп бара - Рөстәм Вахитов. Тауҙың үренә ут бағанаһы ҡуйғандар, эскәмйә мендергәндәр - олораҡ йәштәгеһе лә тауға килгән, арып китһәләр, тамашаны ултырып ҡараһындар. Әммә был урындыҡтарға оса терәгәне һирәк булған, шәп дискотека барғанда, тик ултырып түҙеп буламы?