Бигерәк матур һүҙ. Ошо һүҙҙе Яҡшымбәт ауылы ҡурайсылар ансамбле исем итеп алған (етәксеһе Рәсим Бикмаев). Ҡурайсыларҙы хәҙер белмәгән тамашасы һирәк, сығыштарын гел күреп-тыңлап торабыҙ.
Ҡолонсаҡтар кисә Мәләүезгә сапҡан, унда сәнғәт мәктәбендә конкурс булған. Шәп сығыш яһағандар, сәнғәт әһелдәре, жюри маҡтап ҡайтарған: ҡолонсаҡтарың бигерәк шәп, Рәсим!