Венер Хәмитов, Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто мөдире:
- Сарала тирмәләр менән фольклор ҡаласығы айырым, самауырҙар күргәҙмәһе айырым булды. Бар ерҙә лә ҡаҙандар аҫылып ҡуйылғайны, ике көн буйы өҫтәлдәр әҙерләнек, ҡайнар аштар бешерҙек. Беҙҙә ҡунаҡта бик күп һәм ҙур кешеләр булдыдар. Күргәҙмәбеҙҙе үҙенсәлекле тинеләр. Башҡорт һәм татар милли орнаменттары менән биҙәлгән 50 таҫтамал, 50 түбәтәй менән ҡалпаҡтар алып барҙым. Әнейем ҙур күмәс бешереп ебәргәйне, уға жюри ағзаларының иҫтәре китте. Мин дә, түҙмәнем, был күмәсте бүлгеләп жюри ағзаларына тараттым да бирҙем...
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫылды.