Оҙаҡ йылдар инде Күмертауҙың иң ҙур мәҙәниәт учреждениеһы һанала. Төрлө кимәлдәге мәҙәни сараларҙан тыш сәйәси, спорт саралары ла уның эргәһендә үткәрелә. Әле был бинаның фасадын ремонтлау эштәре әүҙем бара.
Олег Астахов, Кумертау ҡалаһы башлығы:
- Ремонт эштәре барышын ҡарап сыҡтым. Бында әле тышҡы яҡты буяу эштәре алып барыла, һиҙелерлек үҙгәрештәр бар. Эшселәр менән һөйләштем. План буйынса 1 сентябрҙә ремонт тамамланасаҡ, һәм яңыртылған Күмерселәр мәҙәниәт һарайы ҡала халҡын ҡыуандырасаҡ!
- Беҙҙең республикала үҙҙәрен мәҙәниәткә арнаған кешеләр 15 меңдән ашыу. Донъябыҙҙы изгерәк иткәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә. Тормошобоҙ юғары тиҙлекле, конкурентлы, һәм беҙ моң ярҙамында ғына һәр кемдең күңеле бар икәнен аңлай башлайбыҙ. Башҡортостанды данлаған һәм уға алдынғы булырға мөмкинлек биргән музыка, театр, һынлы сәнғәт эшмәкәрҙәре менән һоҡланам һәм улар алдында баш эйәм, һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм», — тине Радий Хәбиров.