Йәйелеп китеп, иркенләп бөтәһен, түкмәй-сәсмәй яҙып бөтөп тә булманы, хистәр ташҡан (барыһы гәзиттә баҫылыр, әлбиттә).
Көнсығыш урамына ғашиҡ булып ҡайттыҡ (ғәжәп: тәүге тапҡыр күрәбеҙ, ә, әйтерһең, үҙебеҙ ғүмере буйы ошонда йәшәгәнбеҙ).
Еренә еткерелеп башҡарылды барыһы ла. Венер Йәғәфәр улына, Рәшит Рауил улына һәм башҡа бик күп кешегә шулай тинек:
- Байрамдар күп хәҙер. Әммә уның көсләп яһалғаны күберәк. Халыҡты ҡыуып алып киләләр, ә улары "ҡасан бөтә инде был" тип торалар йәки алдараҡ ҡасып ҡайтып китәләр. Ә һеҙҙең - ысын халыҡ байрамы. Ихлас.
Репортаж тулы килеш киләһе һанда баҫыла.