Бик ярата был парҙы тамашасы, бигерәк матурҙар, талантлылар, уларға ҡараһаң, күңелгә дәрт, йәшәүгә ынтылыш өҫтәлә.
Бик күп, халыҡ яратып тыңлаған йырҙарын йырланылар, алҡыш тауыштары, залға ғына һыймай, тышҡа ук сығып китте.
Зинира менән Ризат, сәхнәнән тороп, хәлдәрегеҙ нисек, тип һораны. Әлбиттә, һәр береһе тороп, шулай-шулай хәлдәребеҙ тип әйтмәне, риторик һорау ине быныһы, әммә аҙ ғына, күңелле тамашанан айырылып, уйланырға мәжбүр итте.
Һин һорама, хәлең нисек тиеп,
Йәшәйем мин сабыр итә-итә.
Быларҙың барыһын данлыҡлы йырсылар үҙҙәре лә белә, әлбиттә, талантлы булыуҙары өҫтөнә бик аҡыллылар ҙа улар.
Рәхмәт, Рамазановтар, һеҙгә, тормошобоҙға йәм өҫтәнегеҙ, йәшәү тәмен татыттығыҙ. Күҙҙәрҙәге моңһоулыҡтан, зиһендең ҡайһылыр бер мөйөшөнә йәшеренгән, әммә гел иҫкә төшөп торған ауыр уйҙарҙан арындырҙығыҙ.