Зөлфир тигән артисты күптән белһәк тә, уның беҙҙең районға туранан-тура ҡағылышы бар икәнлеген бик белеп тә бөтмәгәнбеҙ икән. Артистың әсәһе Тимербай ауылынан. Үҙе Ҡыйғыла тыуған булһа ла, беҙҙеке ул!
Ҡыйғы районының Йосоп ауылында тыуҙым. Әсәйем яҡлап туғандарҙа йырға һәләтлеләр күп (шулай булмай, Тимербай ҡыҙы бит ул!). Мәжлестәр бик күңелле үтә. Ике туған апайым миңә лә йырҙар өйрәтә торғайны. Мәжлес, тигәндән, туғандар бер хәлде ҡыҙыҡ күреп, һаман ла һөйләп ала. Миңә өс йәштәр тирәһендә ҡунаҡта йырлатырға булғандар. Ултырғысҡа баҫып йыр башлап ебәргәнмен. Ҡунаҡтар аҡса бирә, биргән һайын мин ҡысҡырыбыраҡ йырлайым икән. Күрәһең тауыш бәләкәйҙән көр булған. Шулай ҙа сәхнәгә сығып, сығыш яһарға тура килмәне. Бәхеткә күрә, тип әйтәйем, мин башланғыс кластарҙы тамамлағас, ғаиләбеҙ менән әсәйемдең тыуған төбәге Көйөргәҙе районына, Маяҡ ҡасабаһына күсеп килдек. Йыр дәрестәренән Өлфәт ағай уҡыта ине, йырға һәләтем барлығын һиҙеп ҡалып, концерттарҙа, конкурстарҙа ҡатнаштыра башланы. Ғөмүмән Маяҡ мәктәбенә рәхмәтлемен: кеше булараҡ формалаштым, уҡытыусым минең һәләтте үҫтерҙе, сәхнәгә һөйөү тәрбиәләне, - ти үҙе тураһында Зөлфир, - ғаилә тәрбиәһе лә яҙмышымда ҙур роль уйнаны. Атайым сәнғәткә битараф булһа ла, йырсы буыуыма ҡаршы төшмәне. Ә әсәйем инде минең һәр ынтылышымды, башланғысымды ҡеүәтләп торҙо. Нимәһе ҡыҙыҡ, ауыл ҙур булһа ла, билдәле артистар концерт менән килмәй ине. Бер тапҡыр ғына миңә ғаиләбеҙ менән Күмертау ҡалаһында үткән Хәниә Фәрхиҙең концертына барырға тура килде. “Тере” артистты тәүге күреүем ине. Шунан бирле уның ижадына, йырҙарына ғашиҡмын.
Егетебеҙ тураһында барыһын һөйләп бөтөп булмай, бөтәгеҙҙе лә 9 ноябрҙә, 19.00 сәғәттә уның Конгресс-Холда үтәсәк тамашаһына саҡырабыҙ. Барығыҙ, үкенмәҫһегеҙ.