Все новости
Мәҙәниәт
1 Ноября , 17:34

Кәкре аяҡты төҙәтеүсе

Кисә Яңы Мораптал ауылы тирә яғындағы барса халыҡты үҙенә йыйҙы.

Кәкре аяҡты төҙәтеүсе
Кәкре аяҡты төҙәтеүсе

Татарстандың юмор оҫтаһы, пародист Рәмил Шарапов үҙенең юбилей кисәһе менән килде уларға. Мораптал, Яҡуп, Юшатыр, Аҡһары, күрше Ырымбур өлкәһе ауылдары, Күмертау ҡалаһынан килгән халыҡ менән концерт залы шығырым тулды, урын етмәгәндәр баҫып торҙо хатта.
Уйын-көлкө, йыр-моң, дәртле бейеүҙәрҙән торған өс сәғәтлек тамаша һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Юморист залға төшөп, һәр кешегә иғтибарын бүлеп, тамашасы менән ихласлап аралашты, бүләктәр өләште. Ике йәшлек бәләкәй малай хатта урынында түҙеп ултыра алмай сәхнәгә менеп артист менән бергә бейене.
- Мораптал мәҙәниәт йортона килеүе, бында сығыш яһауы, шул тиклем рәхәт, бындағы бөхтәлек, уңайлыҡтар, шул тиклем яҡты, таҙа мәҙәниәт йортоғоҙ. Беҙҙе бында һәр ваҡыттағыса ихласлап Венер дуҫыбыҙ Хәмитов ҡаршы ала. Ул үҙен маҡтағанды бик яратмай, шулай ҙа уның турала әйтеп үтмәй булмай. Беҙ Ҡазанда бергә уҡыныҡ, эшләп тә йөрөнөк, минең кәкре аяҡтарҙы турайтыусы шул инде ул, мине бейергә өйрәтеүе. Бөгөнгө көндө лә аралашып, осрашып йәшәйбеҙ. Ул беҙҙе үҙенә саҡырып тора, ә бында килеүҙәре. Өҫтәлдәр һый-хөрмәттән һығылып тора, унда нимә генә юҡ. Рәхмәт, Венер дуҫ, былауың бигерәк тәмле булды, ижади уңыштар һиңә һәм һинең коллективыңа, рәхмәт Мораптал халҡына, шул тиклем йылы ҡаршы алдығыҙ, - тине Рәмил Шарапов.

Автор:
Читайте нас: