+1 °С
Облачно
Халыҡ был ауылда ла ихлас ҡаршы алып, йырлашып-бейеп, күңел асып, рәхмәт әйтеп ҡалдылар. Ауылдарының кейәүе Рәжәп ағай Кинйәбаевты айырыуса көслө алҡыштарға күмделәр. Ир уҙаманы Әхмәт Йыһаншин ғаиләһе исеменән яугирҙарға 5 мең һум тапшырҙы, уға ҙур рәхмәттәр һәм иң изге теләктәр беҙҙән. Ә инде йомғаҡлау концертыбыҙ 12 ноябрҙә тыуған ауылыбыҙ Юлдашта.