"Беҙҙең тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙ беҙҙең өсөн шартһыҙ нигеҙ булып тора. Беҙ ижади коллективтарға һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ, мәҙәниәт йорттарын төҙөйәсәкбеҙ һәм ремонтлаясаҡбыҙ, республика халҡында һәм бигерәк тә йәштәрҙә талап ителгән яңы сәнғәт әҫәрҙәрен ижад итәсәкбеҙ», — тип билдәләне республика башлығы Радий Хәбиров.
Ләйсән Нуриәхмәтова, Көйөргәҙе районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
- Районыбыҙҙың мәҙәниәт өлкәһенә район мәҙәниәт йорто һәм уның 15 филиалы инә, шулай уҡ музей, ауыл китапханалары, сәнғәт мәктәбе гөрләтеп үҙ эшен алып бара. Уҙып барған йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылын, республикабыҙҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы булды, бар үткәрелгән саралар ошоға бәйле булды.
2024 йылда райондың мәҙәниәт өлкәһен финанслауға 89,4 млн. һум аҡса бүленде, был 2023 йыл менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк.
Йыл дауамында мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу буйынса ремонт эштәре башҡарылды, ҡорамалдар һатып алынды. «Реаль эштәр» программаһына - 476 000 һум бүленде, 326,7 мең һумға Зәк-Ишмәт ауыл мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләрен алмаштырҙылар, Павловка ауылы мәҙәниәт йортоноң ингән ере ремонтланды, быға - 200 мең һум республиканан, 5 мең урындағы бюджеттан бүленде. Яҡут ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы ремонтланды, бының өсөн 565,5 мең һум аҡса китте. Яманһары ауыл клубының да ҡыйығы ремонтланды 260 мең һум бүленде.
235 мең һумлыҡ костюмдар һатып алынды һәм тектерелде, 887 мең һумлыҡ ҡорамалдар һатып алынды. Мәҙәниәт учреждениеларын йылытыу миҙгеленә әҙерләү өсөн 860 мең һум аҡса бүленде.
Төрлө конкурс, гранттарҙа ҡатнашып, "Йәшлек" мәҙәниәт һарайы һәм уның филиалдары матди-техник базаһын яҡшыртты. "Башҡортостан республикаһында уңайлы мөхит" дәүләт программаһы сараларын тормошҡа ашырыуға субсидиялар биреү маҡсатында Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йортоноң уңайлы мөхитен тәьмин итеүгә - 438,2 мең һум аҡса бүленде. "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә ойошторолған конкурста "Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы" номинацияһында Мораптал мәҙәниәт йорто еңде һәм уларға - 102041,66 һум бүленде, ә "Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре" номинацияһында Молокан ауыл китапханасыһы Дремина Лидия Владимировна еңеү яуланы һәм 51021,05 һум менән бүләкләнде.
Үҙәк һәм район балалар китапханалары өлкәндәрҙе һәм балаларҙы хеҙмәтләндереү өсөн яңы, уңайлыраҡ бинаға күсте. 2024 йылдың 10 айында ауыл китапханалары өсөн әҙәбиәт һатып алыуға федераль һәм республика бюджеттарынан 92 000 һум бүленде, 380 китап һатып алынды. Уҡыусыларҙан һәм бағыусыларҙан 18 мең һумлыҡ 190 дана китап бүләк ителде.
Райондың үҙешмәкәр артистары республика, зона, төбәк-ара смотрҙарҙа, конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. 23 коллектив «халыҡ» һәм «үрнәк» исемен йөрөтә.
Балалар сәнғәт мәктәбе өсөн 115827 һумға сәхнә костюмдары һәм аяҡ кейеме алынды, хореография класына 41768 һумға кондиционер ҡуйылды, 29920 һумға мольберттар алынды һ.б.
"Пушкин картаһы" буйынса эштәр әүҙем алып барыла, йәштәр был карта менән ҡуллана, мәҙәни сараларға әүҙем йөрөйҙәр.
Районыбыҙ шулай уҡ төрлө гранттарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Районыбыҙҙың балалар китапханаһы мәҙәниәт башланғыстары Президент Фондының конкурс һайлап алыуында "Театр мозаикаһы" проекты менән еңеү яуланы һәм һәүәҫкәр ҡурсаҡ театры булдырыуға 401944 һум аҡса отто.
Мәҙәниәт учреждениелары базаһында «Ағинәйҙәр» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәттәре, ауыл биләмәләре һәм райондың барлыҡ сараларында әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар советтары үҙ эшен әүҙем алып бара.
Балалар һәм үҫмерҙәр менән әхлаҡи, патриотик тәрбиә буйынса даими эш алып барыла. Урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре мобилизацияланған яҡташтарына әйберҙәр йыйыуҙы һәм ебәреүҙе ойоштора
Мәҙәниәт өлкәһенә дәүләтебеҙ тарафынан бик ҙур ярҙам, иғтибар бүленә. Улар беҙҙең эшебеҙ алға барһын, сәскә атһын өсөн бик мөһим, шуға күрә беҙ барыһы менән дә ҡәнәғәт һәм рәхмәтлебеҙ.