Осрашҡанда, әлбиттә, әйтелде, бер генә түгел, әммә бына әлеге сарала, уларҙың байрамында, гәрсә халыҡ алдында әйтеү - икенсе эш.
Венер Хәмитов, Яңы Морапталына ҡайтҡаны бирле, ең һыҙғанып эшкә тотондо, идеялары артынан күҙ ҙә, ҡул да эйәрмәй, барыһын үҙегеҙ күреп, белеп тораһығыҙ. Беҙҙең гәзиткә күрһәткән ярҙамы сикһеҙ, мәғлүмәт биреп, ныҡ кәрәк саҡта, фото-видеолар ебәреп тора. Быныһы ярар, морапталдар ниндәй сара үткәрһә лә, беҙҙе саҡырмай ҡалмай. "Тәмлекәй" конкурсында ҡатнаштырҙы, бесән өмәһенә йыл да барабыҙ, урам байрамы булды иһә, беҙҙе мотлаҡ саҡыра... Яңы Морапталдан, Венер Йәғәфәр улының сараһынан һуң, йәшәгеләр килеп ҡайтып китәһең. Матур халыҡ йәшәй был ауылда, шулай булғас, байрамдары ла гел ихлас килеп сыға.
Рәхмәт, Венер Йәғәфәр улы, артабан да, бер-беребеҙгә кәрәк булып, үҙ ҡәҙеребеҙҙең баһаһын үҙебеҙ күтәреп, иҫәнлектә генә йәшәргә яҙһын.