Бөгөн райондың мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәре йылға йомғаҡ яһаны. Район башлығы Юлай Ильясов үҙ сығышында: һеҙ бит беҙҙең йөҙөбөҙ, ә ул, йөҙҙәребеҙ, бигерәк яҡты, матур, кеше алдында күрһәтеүе оят түгел, тине.
Быныһына үҙебеҙ йыл буйы инана килдек, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүе - майлы ҡалъя һоғоноп ултырыу түгел, кем эшләп ҡараған, шул аңлар. Башҡалар ял иткәндә, артистарыбыҙҙың ялы булмай, киреһенсә, кеше күңелен күрәм тип саба ғына.
Мәҙәниәттә йыл дауамында яҡшы эшләгән һәммәһен бүләкләнеләр бөгөн. Зал, ҡыуанып, ҡул сапты. Киләһе йылдарҙа ла йөҙө яҡты, күңелебеҙ бөтөн булып йәшәргә яҙһын ине.