Мәҙәниәт
27 Декабрь 2024, 08:42

Атҡаҙанған райондашыбыҙ

- Яңы йыл алдынан шундай ҙур бүләк булды был исем, әле булһа ышанып бөтә алмай, шул тиклем юғары тәьҫораттар кисереп ҡайттым баш ҡаланан.

Атҡаҙанған райондашыбыҙАтҡаҙанған райондашыбыҙ
Атҡаҙанған райондашыбыҙ

Тырышлыҡтарымды, хеҙмәтемде, талантымды күрә белгәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Иң тәүҙә ғаиләмә рәхмәтлемен, мине һәр ваҡыт аңлап, эшемде хуплап торалар, әртист кешенең эше өйгә ҡайтҡас та бөтмәй, эйәреп ҡайта. Юлда йөрөгәндә лә, өйҙә лә ролдәрҙе ҡабатлап, текстарҙы ятлап йөрөйбөҙ, хатта ҡай саҡтарҙа төндәрен дә эшләргә тура килә, ғаиләм был яҡтан мине аңлап ҡабул итә. Икенсенән яратҡан эшемә И.Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ Башҡорт Дәүләт театрына ҙур рәхмәт, миңә ышанып шундай ролдәр биргәндәре өсөн, ул ролдәр булмаһа бындай ҙур баһаға ла лайыҡ булмаҫ инем, бергә эшләгән коллективыма рәхмәт, ысынлап та талантлы шәхестәр менән бергә, тырышып эшләү ҙур бәхет.

Яҡшымбәт егете Рәсил Сынбулатовтың - Башҡортостандың атҡаҙанған артисының - беҙгә һөйләгән фекерҙәре киләһе йылдың тәүге һанында донъя күрәсәк. 

Автор:
Читайте нас