Унда ауылдың төрлө йәштәгеләре сығып, рәхәтләнеп күңел астылар. Ҡыҙыҡлы уйындар уйнау, йырҙар йырлау барыһын да дәртләндерҙе. Күрше ауыл Йомағужанан да килделәр, ике ауыл халҡы һикереп төшөп бейене.