Үҙәктәрҙе өҙҙөп гармун уйнай
Моң ағыла тыуған ауылыма.
Йәшлек моңо, йәшлек иҫтәлеге
Йөрәктәрҙә һаман һаҡлана.
Моң ағыла, әйтерһеңдә
Ул саҡыра үткән йылдарға
Онотолмаҫ йырҙар, моңдар аша
Бер йәшлеккә ҡайтып урарға.
Яҡут ауылында, ғинуар айының һуңғы ялында, ретро йырҙарҙан ғына торған концерт булды. Һәр кем күңелендә, йөрәк түрендә йәшлек йылдарының йәненә яҡын көйө, моңо ята.
Йылдар аша үтеп бөгөн һәр сығыш яһаусы артистарыбыҙҙың йөрәк түренән, ғәжәйеп моңло шишмәләй урғылды, урғылды ул йырҙар.. Үткән быуаттың мәшһүр шағирҙәре һәм композиторларыбыҙҙың һоҡланғыс, мәңге онотолмаҫ йырҙарын, моңдарын һәр тамашасы дәррәү алҡыштарға ғына күмеп ҡалманы ә ҡушылып йырлашып, хатта дәртләнеп бейеүгә төштөләр..
Был иҫ киткес матур концертыбыҙҙа ҡатнашҡан, йыр-моң һөйөүсе дуҫтарыбыҙға, апайҙарға, коллегаларыма оло рәхмәттәр еткерәм. Концертыбыҙҙа онотолмаҫ моңдары менән сығыш яһаны:
БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәсимә Иршат ҡыҙы Шәмсетдинова, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Усман улы Туйгильдин, Шәүрә Әлибәева, Люциә Заһитова, Марат Басбеков, Гәүһәр Мирасова, Мәмдүҙә Хәмитова, Фәниә Буранова, Әҡлимә Заһитова, Ләлә Юлбарисова, Миңзәлә Галеева, Дамир Ҡәҙерғолов, Рәфит һәм Эльмира Йомағоловтар, “Ынйылар” халыҡ фольклор һәм “Моң” вокал ансамблдәре ҡатнашты. Йырҙарҙы шаулатып йырлайһы, гөрләтеп йәшәһе бар әле!
Рәмзиә ӘБЙӘЛИЛОВА, Яҡут ауылы.