- Илзидә Госман үҙенең төркөмө менән Башҡортостан буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Беҙҙе лә өс сәғәтлек матур концерт менән ҡыуандырҙылар. Алып барыусыһы ла, тағы бер йырсыһы, бейеүсеһе лә бар. Район хакимиәтенән Урал Ибраһимов та килгәйне.
Артистарҙы былауҙар бешереп, тәмле ҡайнар сәйҙәр менән һыйланыҡ. Мәҙәниәт йортобоҙға иҫтәре китте. “Һеҙ бында йәшәйһегеҙме әллә? Шул тиклем матур, бындай мәҙәниәт йортонбер ҡайҙа ла күргәнебеҙ юҡ”, - тип беҙҙе ҡанатландырып киттеләр, - ти Мораптал мәҙәниәт йорто мөдире Венер Хәмитов.