Ниңәлер Яңы Морапталдағы тамашала тап ошо йырҙың һүҙҙәре иҫтә уйылып ҡалды. Бында бөгөн «Еңеү яҙы» район конкурсы үтте. Был конкурста Көйөргәҙе районының күп ауылдары ҡатнаша, бер көн алдан Керәүлелә булған, ундағыһы нисектер, белмәйбеҙ, әммә морапталдар тағы иҫте килтерҙе.
Бот буйы баланан алып, йөҙйәшәр инәйгә тиклем, кем бар, шуларҙы әллә сәхнәгә сығарғандар? Мораптал, Яҡут, Ҡалта, Красный Маҡ, Иҫке Отрада – ошо ауылдарҙың мәҙәниәттә, китапхана менән музейҙа эшләгәне, һәммәһе, кемдең артислыҡ һөнәре бар, барыһы ла ҡатнашты был ғәжәп тамашала...
Мәҡәлә гәзиттә иртәгә баҫыла.