Яратҡан йырсыһы килер булһа, ара йыраҡ тип зарланып тормай кеше, тамашаға ҡайҙан булһа ла килә лә етә. Күмертауҙа ҡуя икән, райондан килеп тулалар, Мәләүез икән, уныһы ла Мәскәү йәки Ҡазан түгел, йәһәт кенә бара ла етәләр.
Тамашасы һиҙгер, уны алдауы ҡыйын, ул йырсының тышҡы матурлығын ғына түгел, эске донъяһын да күрә, бик эре ҡыланған, үҙен әллә кемгә ҡуйғанды, йырса хатта хәтәр талантлы булһа ла, үҙ итмәй. Бар шундайҙар (концерт ене ҡағылғандар һөйләне), үҙенә күп итеп сәскә бүләк итәләр (сәскәнең хаҡы ҡалай, етмәһә), аҙаҡ, концерт бөтөп, артист ҡайтып киткәс, күрәләр: сәскәләре өйөм-өйөм булып сүп кәрзинендә ята.
Илһөйә – башҡаса зат. Тамашасыны ул, уның үҙен – тамашасы үҙ итә, ярата. Бирелгән гөлләмәләрҙең береһен дә быраҡтырмай, үҙе менән алып ҡайта, улар бит ябай сәскә генә түгел, тамашасының йөрәк йылыһы һалынған гөлдәр.
Кисәге тамашаһында, әлбиттә, Күмертау ҡалаһы ла булды, һәр саҡтағыса, Илһөйәнең йырҙарынан йәшәргә көс алды. Һәм йәнә бер ҡат инанды: иле һөйгән ҡыҙ, исеме есеменә тап килеп кенә торған артист икән – Илсөйә.