Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Апрель , 07:54

Тынмаһын һандуғастар!

Кисә БРГИ-ла сираттағы йыр конкурсы үтте.

Тынмаһын һандуғастар!
Тынмаһын һандуғастар!

Сираттағы тигәне – утыҙ ҙа әллә нисәнсеһе, байтаҡтан бирле үткәрелеп килгән конкурс ул, «Гимназия һандуғасы»нда ҡатнашҡан һәр бер уҡыусыны һанаһаң, бөтәһе нисәү булыр ине икән?  Һәм улар, ҡасандыр ошо сәхнәне яңғыратып торған егет-ҡыҙҙар, әле ҡайҙарҙа йөрөй икән?

...Кисәге сарала утыҙға яҡын артист ҡатнашты. Сығыштар, әлбиттә, төрлөһө төрлөсә булды, кемделер ҡарап, ә был арыу ғына йырлай икән, маладис тип уйлаһаң, икенсеһе сығып, ауыҙын асыуы менән, атаҡ, беҙҙең гимназияла ошондай талант уҡып йөрөймө ни тип йырсының вокал һәләтенә иҫебеҙ китеп ултырҙыҡ.

- Ниңә әллә нисә тиҫтә конкурсантты сығараһың, ныҡ күптәр, шуларҙы ҡыҫҡартып булмаймы – был дәғүә Мортаза Рәхимов исемендәге БРГИ-ның музыка уҡытыусыһы Йәүҙәт Усмановҡа төбәлде. Янында һайт тигәнгә тайт тип торған коллегаһы Йәмил Рафиҡов ҡаршы төштө:

- Йырлаһындар, кем теләй, шул йырлаһын, балалар өсөн сәхнәгә сығыу үҙе батырлыҡ, тормошта был тәжрибә кәрәк буласаҡ.

Был сара тураһында тулыраҡ гәзиттә баҫыла. 

Автор:
Читайте нас: