Яҡшымбәт ауылының һәүәҫкәр артистары ойошторған театраллаштырылған музыкаль концерт шул тиклем шәп булыр тип уйламаған да инек.
Шартлатып бейейҙәр, ҡурай тарталар, моңланып йырлайҙар, шиғырын да һөйләйҙәр, ролдәрҙе лә оҫта башҡаралар. Ябай ауыл халҡынан йыйылған, төрлө һөнәр эйәләре, филармония артистарынан бер ҙә ҡалышмаған, шәп тамаша ҡуйҙы.
Ауылдаштар һәр ваҡыттағыса концертҡа әүҙем килеп, әртистәрҙең һәр сығышын дәррәү алҡыштарға күмеп, афарин, тип ҡысҡырып, ҡеүәтләп ултырҙылар.
Концерт бөткәс әртистәр менән фойеға сығып рәхәтләнеп бейешеп, күңел асып, ял итеп, ауыл мәшәҡәттәренән арынып таралышты халыҡ.
Яҡшымбәттәргә беҙгә шундай шәп концерт, оло байрам ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт, ижади уңыштар теләп, йәнә үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ!
Филүзә Йыһаншина, Ялсыҡай ауылы