Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Апрель , 08:50

Бейеү байрамы

Халыҡ-ара бейеү көнө уңайынан Яҡут мәҙәниәт йортонда "Бейеү байрамы" ойошторолдо.

Бейеү байрамы
Бейеү байрамы

Был көндө Яҡут мәҙәниәт йорто “Йәйғор” бейеү коллективы балалары бейеүзәре менән сәхнәне гөрләтте, уларҙың дәртле бейеүҙәре һәр тамашасының күңелдәрен күтәрҙе, йөрәктәрен елкендерҙе. Концертта шулай уқ “Ынйылар” Халыҡ фольклор ансамбле, “Моң” вокаль ансамблдәре сығыштары биҙәне, уларҙың йыр-моңдары уйһыҙҙарҙы ла уйҙар даръяһына сумырып, моңһоҙҙарҙы моңландырып алды. Был көндө ысын мәғәнәһендә бейеү байрамы булды. Байрам уңайынан һәр балаға ауыл хәкимиәте башлығы исеменән Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ата-әсәләр торт, тәмлекәстәр менән сәй табыны ойошторзолар. Афарин, һеҙгә, бейеүселәр! Афарин һезгә “Ынйылар”!, “Моң” таратыусылар! Ижадығыҙ тағы ла балҡыһын, ялҡынлы ут алһын, юғары күтәрелһен, тамашасыны хайран итһен, шатландырһын!

Рәмзиә Әбйәлилова, Яҡут ауылы. 

Автор:
Читайте нас: