Был сараға ҡалабыҙҙан да бик күптәр барҙы. Шаулап-гөрләп, бейешеп, иҫтәлекле бүләктәр отоп ҡатйҡан яҡташтарыбыҙ.
Был сара баш ҡалабыҙҙа инде нисәнсе йыл рәттән уҙғарыла килә, быйыл Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүез ҡалаалрында ла ойошторолдо. Халыҡтың бындай саралараға әүҙем йөрөүөн күреп, Мәләүез ҡалаһынан илһамланып ҡайтҡан Рәсимә Миһранова беҙҙең ҡалала ла ошо сараны ойоштороу теләге менән яна. Сараға әҙерлек эштәрен башлаған да инде ул, кәрәк ергә кереп, ризалыҡ алған, хатта Самауырлы ритайымдың датаһын да билдәләп ҡуйған. Алла бойорһа, 16 август көнө Күмертау халҡы самауыр сәйе эсеп, йырлап, бейеп күңел асасаҡ.