Армия мәҙәниәте көндәренә арналған концет - "Дуҫлыҡ күпере". Артыҡ һөйләп торорға кәрәкмәй, морапталдарҙы, үҙегеҙ беләһегеҙ, үткәрәләр икән сараны - еренә еткереп, барыһы шаҡ ҡатырлыҡ итеп.
Байрам, бәлки, бик шәптән дә булмаҫ ине, әгәр ҙә ауыл халҡы берҙәм булмаһа. Йәғни, аҡсалата ярҙам итмәһә. Ҡоро ҡашыҡ ауыҙҙы йырта. Был концертты үткәрәм тигәс, шунда уҡ бағымсылар ҙа йүгереп килеп еткән.
Сәғәҙиева Мәрүәр Әхтәм ҡыҙы, Туҡаева Әлфиә Рәмил ҡыҙы, Мораптал ауылы биләмәһе хакимиәте. Матур ғына сумма аҡса йыйылғас, былай ҙа дәртле халыҡтың күңеле тағы ла нығыраҡ күтәрелгән - былай булғас, йырлайбыҙ, бейебеҙ.
Рәхмәт һеҙгә, апай-һылыуҙар.