Унда Башҡортостандың төрлө райондарынан үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар ҡатнашҡан.
Гран-прины Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенән Мөхәмәтрофе Рәхмәтуллин яулаған.
Еңеүселәр йәш буйынса өс төркөмгә бүлеп баһаланған.
Яңғыҙ башҡарыусылар:
Бәләкәй йәштәгеләр араһында (11 йәшкә тиклем) 1-се урынды Сибай ҡалаһынан Эмиль Савикин алған, етәксеһе Илмир Нәҙерғолов.
Урта категория (12-17 йәш): Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Сыңғыҙ Вәлиев, етәксеһе Фәрит Вәлиев.
Өлкәндәр (18 йәштән алып) араһында 1-се урынды Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты Илһам Әхмәтйәнов яулаған.
Яңғыҙ башҡарыусы, музыкаль белемле ҡурайсылар араһында 1-се урынды Ейәнсура районынан Рушан Ҡәҙербаев һәм Әлшәй районынан Нияз Ғиззәтуллин бүлешкән.
"Ансамблдәр" номинацияһында төрлө йәш категорияһында 1-се урын:
Күгәрсен районы З. Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең "Ҡыпсаҡ" балаларар өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Юлай Ҡыҙрасов);
Күмертау ҡалаһының Балалар музыка мәктәбенең "Алтын ыласын" ансамбле (етәкселәре Фәрит Вәлиев, Фаил Кәримов).
"Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы" тип, Мәләүез ҡалаһының 1-се Балалар сәнғәт мәктәбенән Ильяс Дәүләтбаев табылған.
Ә бына иң оло ҡатнашыусы Көйөргәҙе районынан килгән - Азамат Туйгилдин.
Шулай уҡ номинацияла Яҡут ауылының "Ҡарабай" (Рәүеф Әбйәлилов), Яҡшымбәттең "Ҡолонсаҡ" (Рәсим Бикмаев) ансамблдәре еңгән.
Конкурс БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәләүез районы хакимәте һәм Ҡала мәҙәниәт һарайы, райондың башҡорт ҡоролтайы ярҙамында ойошторолған.