Әйтәһе түгел, был тамашаға бәйле ығы-зығы былтыр уҡ башланды: кем билет алып өлгөрә-өлгөрмәй, күҙгә аҡ-ҡара күренмәй, йән-фарман сапты. Һәм бына, кисәге концертта, алдан көтөлгәнсә, тамашасылар залды тултырҙы.
Сәхнәгә менеп, Радик менән бергә, йырлаусылар ҙа булды. Беҙҙең урындағы йырсыбыҙ Әнүәр Вахитов, мәҫәлән. Һәм, әлбиттә, бейенеләр, ҡушылып йырланылар. Ошоноң менән бөттөмө? Бөттө һиңә. Элвин Грей бөгөн дә Күмертауҙы гөрләтә. Шулай итеп, билдәле йырсы ике көн буйына беҙҙең ҡалала йәшәп ята. Кисә Көнбайыш биҫтәһендә күргәндәр үҙен, бер кафеға тамаҡ ялғарға ингән булғандар. Ә Радик ҡайҙа ҡунған? Был турала хәбәр юҡ, әммә шуныһын беләбеҙ: Күмертауҙағы теләһә ниндәй фатирҙың ишеген туҡылдатһын, һәр кеме асыр ине, йырсыны иң тәмле ризыҡтар менән һыйлап, иң йомшаҡ түшәктәрҙә йоҡлатыр ине.