Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Апрель , 16:27

Штандарт Таймаҫҡа китте

Быйылғы 2026 йыл илебеҙҙә Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек һәм республикабыҙҙа Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Шуға ярашлы беҙҙең районда ла ғаилә байрамдары һәр ауыл биләмәһендә графикка ярашлы үткәрелә. Сараны Мораптал ауыл биләмәһе башлап ебәреп, байрам штандартын Шәбәғыштарға тапшырһа, 27 мартта был ауыл биләмәһе ҙур байрам яһап, бәйгене артабан Таймаҫ ауылы советына тапшырҙы.

Штандарт Таймаҫҡа китте
Штандарт Таймаҫҡа китте

Шәбәғыштар байрамға ныҡлы әҙерләнгәндәр ине. Мәҙәниәт йортоноң фойеһында милли аш-һыу һәм ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолған.
Бәйгелә ике ғаилә: 4-се Ивановка ауылынан 6 балалы Бәшировтар һәм Ҡансыра ауылынан шулай уҡ 6 балалы Уразбаевтар ҡатнашты.
Сәхнәгә Бәшировтар 5 балаларын – 3 малай һәм 2 ҡыҙҙарын алып сыҡтылар. Оло малайҙары әрме сафтарында һалдат хеҙмәтен үтәй. Балалары, ейәндәре менән бергә сәхнәгә хатта өләсәйҙәре лә сығып сығыш яһаны.
Уразбаевтар ғаиләһе лә 5 балалары менән сәхнәгә күтәрелде. Оло улдары МХО-ла һәләк булған. Бик ауыр ҡайғы кисерһәләр ҙә, өйҙә илап ултырып булмай, ҡалған балаларҙың киләсәген уйлап, артабан йәшәргә кәрәк тип, ҡатнашырға булдыҡ был бәйгелә тиҙәр улар.
Сарала ғаиләләр үҙҙәре менән таныштырыуҙан башлаһа, икенсе конкурста инде улар сәхнә оҫталығын күрһәтеп йыр-бейеүҙәр башҡарҙы. Артабан залда ултырған халыҡҡа үҙҙәренең яратҡан аш-һыу рецептарын һөйләп, әҙерләп алып килгән ризыҡтарынан ауыҙ иттерҙеләр.
Байрам бик күңелле үтте. Шәбәғыштың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бик ентекләп әҙерләнгәндәр ине байрамға. Һәр сығыш концерт номерҙары менән бәйләнеп алып барылды.
Шул уҡ ваҡытта ғаилә, балалар, туғандар тураһындағы әйтемдәр, мәҡәлдәр менән залда ултырған халыҡ менән дә аралашты кисәне алып барыусылар. Шулай итеп байрамда бөтә халыҡ ҡатнашты.
Байрам аҙағында Шәбәғыш ауыл биләмәһе башлығы Зиннур Мысырғәли улы Рәхмәтуллин ҡатнашҡан ғаиләләргә Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр биреп, байрам штандартын Таймаҫ ауыл биләмәһенә тапшырҙы.
Тамара МАЛБАЕВА, Көйөргәҙе районы Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе

Автор:
Читайте нас