Әле бына зыҡ ҡубып, 8 апрелдә Өфө ҡалаһында уҙасаҡ “Айыҡ ауыл” конкурсында Мораптал ауылы биләмәһенең исемен яҡлау һәм “Тәмлекәй” проектының 25-се сығарылышын ойошторғандар. Ҡыҫҡаһы, ике кәмәнең ҡойороғон бер юлы тотҡандар.
“Был тәмлекәсте бешереү өсөн ауыл халҡы үҙе спонсор булды. Дәррәү ойошторҙоө эште, кәрәк-яраҡ аҙыҡ-түлекте һатып бергәләп һатып алдыҡ: 180 шт. йомортҡа, 16 кг. он, 12 кг. бал, 5 кг. шәкәр ҡомо, 30 литр көнбағыш майы. Оло эште иртәнге сәғәт 9-ҙан Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы ашханаһында башлап ебәрҙек. Сәк-сәкте Гәүһәр Рәшит ҡыҙы Әбдрәшитова рецебы буйынса бешерҙек. Ауылда үткән барлыҡ байрамдар, туйҙар ҙа һәрваҡыт уның телде йоторлоҡ сәк-сәктәре менән үтә. 16 апрелдә уңған хужабикәбеҙ үҙенең 82 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк.
Гармундарҙа уйнап, йырлап-бейеп сәк-сәкте сәғәт көндөҙгө сәғәт 2-гә бешереп бөтөп, Шәмсетдинов Рәис Карамат улының ҡаймаҡ кеүек балы менән баллап йыйҙыҡ. 1метрҙа 20 сантиметрға 80 сантиметр ҙурлығындағы сәк-сәкте тәмле ҡаҡтарҙан киҫелгән “Айыҡ ауыл – 2025, Иҫке Мораптал” тигән яҙыу менән биҙәп тә ҡуйҙыҡ”, - ти Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто мөдире Венер Хәмитов...
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә бирелә.