

Быйыл Башҡортостан 23-27 июндә илдең 80 төбәгенән меңдән ашыу кешене бергә туплаған сараны ҡабул итә. Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына 86 ҡатнашыусы, шул иҫәптән 78 ижади коллектив һәм 8 яңғыҙ башҡарыусы килә.
Сарала 10-18 йәшлек балалар ҡатнаша һәм улар үҙҙәре йәшәгән төбәктең халыҡ ижадын "Халыҡ йыры", "Халыҡ бейеүе", "Халыҡ уйын ҡоралдары", "Традицион мәҙәниәт" номинацияларында күрһәтәсәк.
Байрам программаһы бик бай буласаҡ. Сығыштарҙан тыш, балаларға төрлө экскурсиялар, урындағы коллективтар менән ижади осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Киске уйынға һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына барасаҡтар.
Башҡортостан намыҫын Баҡалы районынан Азамат Ханнанов, Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылынан Әнүәр Вәхитов, Өфө ҡалаһының ҡурайсылар өлгөлө ансамбле, Шамонино ауылынан "Дарман" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Күмертау ҡалаһынан "Зоренька" өлгөлө рус йыр ансамбле яҡлаясаҡ.