Мәҙәниәт
8 Апреля , 03:34

Һәр бәхетле парҙың үҙ зары бар

Кисә Мәләүезгә Ләйлә Ғәлиева килде. 

Һәр бәхетле парҙың үҙ зары барҺәр бәхетле парҙың үҙ зары бар
Һәр бәхетле парҙың үҙ зары бар

Танылған йырсының концертына билеттар алдан уҡ алынып бөткән ине, залда баҫып торор урын булманы. Ярата тамашасы үҙен, сәскәгә күмде лә ташланылар. Ләйлә - беҙгә ят бауыр түгел, Рөстәм менән юлдары айырылһа ла, ул барыбер беҙҙеке. Яңауыл менән Көйөргәҙене яҡынайтҡан зат. Беҙ - йыр-моңға битараф булмағандар - бөтәһенә лә, яҙмыш юлдары ҡайһы яҡтарға алып китһә лә, бәхет теләнек гел.

Ҡасандыр үҙҙәре йырлағанса:

Һәр бәхетле парҙың үҙ зары бар

Бар шатлығы бәхетһеҙҙең дә,

Шатлығы ла булыр, булыр хәсрәте лә,

Төрлө саҡтар булыр беҙҙең дә, тип, ошо йырға ҡушылып, тормош һуҡмаҡтарының тигеҙ, ижадтарының уңышлы булыуын теләнек. 

Автор:
Читайте нас